Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Июня 2024, 05:30

«Автобус ҡанға батты»

Өфөлә автобуста билдәһеҙ егет пассажирҙы бысаҡ менән йәрәхәтләгән.

«Автобус ҡанға батты»«Автобус ҡанға батты»
«Автобус ҡанға батты»

Өфөлә автобуста билдәһеҙ егет бер юлдашының иҫкәрмә яһауын күтәрә алмай, уға бысаҡ менән сәнскән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, зыян күреүсенең аяғы йәрәхәтләнгән. Әлеге ваҡытта әҙәм аҡтығын эҙләү бара. 

Асыҡланыуынса, ғәйепләнеүсе телефон аша ҡысҡырып һөйләшкән, әҙәпһеҙ һүҙҙәр ҡулланған. Янындағы 47 йәшлек ир юлдашына иҫкәрмә яһаған. Һөҙөмтәлә әҙәм аҡтығы бысаҡ алып иргә сәнскән. Һуңыраҡ ул ихаталағы күҙәтеү камераларының береһенә эләккән. Унда егеттең кем менәндер телефон аша асыҡ һөйләшкәне ишетелә. 

- Ул миңә тупаҫ итеп иҫкәрмә яһаны. Мин уға ҡаршы әйттем һәм кеҫәмдән бысаҡ сығарып, аяғына ҡаҙаным. Мин ҡанға буялдым, автобус ҡанға батты. Мин ҡастым. Әле Инорстамын, - тип илай-илай әңгәмәсеһенән аҡса һорай егет.  

«Ғәйепләнеүсенең шәхесе асыҡланды. Полиция хеҙмәткәрҙәре уны эҙләй», - тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас