Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Июня 2024, 18:00

Ағастарҙан сихәт, көс алығыҙ

 Күп кенә халыҡта  бала тыуыу менән ағас ултыртыу йолаһы бар. Германияла малай  тыуһа – алмағас, ҡыҙ тыуһа, груша ағасы ултыртҡандар.  Рәсәйҙә  малай донъяға килһә – имән, ҡыҙ балаға ҡайын йәиһә ҡарағай тәғәйенләнгән. Ағас яңы тыуған сабый менән бергә үҫә һәм  уны төрлө бәлә-ҡазанан һаҡлай, ауырыуҙарҙан дауалай, тип иҫәпләнгән.

Ағастарҙан сихәт, көс алығыҙАғастарҙан сихәт, көс алығыҙ
Ағастарҙан сихәт, көс алығыҙ

    Халыҡ ышаныуҙары буйынса һәр ағастың – үҙенең үҙенсәлектәре.  Мәҫәлән, имәнде көслө, ныҡ кеше менән сағыштыралар.  Боронғо ырыуҙарҙың ҡайһы берҙәре тик имәнлектә генә төпләнергә тырышҡан. Славян   халҡында ҡайын өйгә бәхет, шатлыҡ, яҡтылыҡ килтереүсе ҡояшлы ағас тип иҫәпләнгән. Боронғо урыҫ ауылдарында, бәлә-ҡазанан һаҡлаһын өсөн, ҡайынды йорт янына ултыртҡандар. Ҡарағай  – яҡшы кәңәшсе, тигән ышаныу йәшәгән.  Әгәр ҙә ниндәйҙер проблеманы хәл итеү юлын таба алмайһығыҙ икән, ҡарағай янына баҫығыҙ,  башығыҙға уй килер. Һөйөү хаҡында хыялланыусы йәш ҡыҙҙар  алма ағасынан ярҙам һораған. Бының өсөн уның ботағына  нимәлер элеү кәрәк – алма мотлаҡ хыялығыҙҙы  ысыгнға әйләндерер.

Үҙ ҡулың менән ултыртҡан ағастан да яҡшыһы юҡ.  Уның хаҡында күргән хәстәрлегегеҙ үҙегеҙгә изгелек булып ҡайтыр.

 Дауаланыу өсөн ағастарҙы нисек һайларға?

Имән. Имәнлектә йөрөү ҡан баҫымын көйләй,   мейе эшмәкәрлеген яҡшырта.

Ҡайын. Энергия һәм көс сығанағы, һалҡын тейеүҙән, вегетатив- ҡан тамырҙары дистонияһынан ярҙам итә.  Имән менән ҡайын иммун системаһын әүҙемләштерә, тип иҫәпләнә.

Ҡарағай. Тынысландыра, психик көсөргәнеште бөтөрә. Ҡарағай урманына  даими сәйәхәт ҡылыу  йүтәл менән тымауҙы дауаларға булышлыҡ итә.

Бук. Уны “карпат имәне” тип тә йөрөтәләр. Стрестарға тотороҡлоҡто көсәйтә һәм  ҡан әйләнешен яҡшырта.

 Каштан. Ревматизмды  дауаларға ярҙам итә, йоҡоһоҙлоҡтан, нервы көсргәнешенән арындыра.

Ҡарағас. Ялҡынһыныулы ауырыуҙарҙан файҙалы.

Уҫаҡ.  Баш ауыртыуын баҫа.

Әммә урманда йөрөү өсөн дә әҙер булырға, ҡайһы бер үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алырға кәрәк.  Мәҫәлән, ылыҫлы урман йылдың төрлө миҙгелендә төрлөсә йоғонто яһай. Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы  ауырыуҙары менән сирләүселәр өсөн йылдың һыуыҡ миҙгелендә  ыңғай тәьҫир итһә, йәйге эҫе көндәрҙә – һауала сайырлы матдәләрҙең күпләп тупланған мәлендә  йөрәк тәңгәлендә ауыртыу, тын ҡыҫылыу, баш әйләнеү, ҡолаҡ шаулау, ҡан баҫымы күтәрелеү кеүек  проблемалар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Йылдың был миҙгелендә уларға   имәнлектә йөрөү файҙалы.  Бөйөр сирлеләргә лә табиптар ҡарағай урманында күп йөрөргә ҡушмай.

Миҙгел алмашынған мәлдә  ҡарағай урманында  дымлылыҡ көслө. Ә  дымлы һәм һалҡын һауа тын юлдары сирле  кешеләр өсөн насар.

Энәлек, тирәк, ҡарағай һәм айырыуса уҫаҡ күптәргә  күңел тыныслығы бирә. Шунлыҡтан стрестан арыныу, ял итеү, ниндәйҙер ауыртыуҙы баҫыу өсөн тап ошондай  ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтар үҫкән урын файҙалы. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас