Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Июнь 2024, 07:30

Виртуаль донъяла ниҙәр бар?

Ялған хәбәрҙәргә асыҡлыҡ индергән төркөм-каналдар менән таныштырабыҙ. 

Виртуаль донъяла ниҙәр бар?Виртуаль донъяла ниҙәр бар?
Виртуаль донъяла ниҙәр бар?

Яңыраҡ Өфө телеграм-каналдарының береһендә уҡытыусыларҙың эш хаҡына бәйле бәхәсле яҙма таралды. «Подслушано Уфа» каналы яҙыуынса, Башҡортостан педагогтарҙың эш хаҡы буйынса дөйөм ил рейтингында 49-сы урынға барып төшкән, ә уртаса эш хаҡы 22 процентты тәшкил иткән. 

«Фактчекинг по-башкирски» каналы был хәбәргә асыҡлыҡ индергән (https://t.me/bashFCK):    – Рәсәй - ҙур ил, уның төрлө мөйөштәрендә халыҡтың хәле һәм социаль-иҡтисади торошо төрлөсә булырға мөмкин. Шуға күрә Мәскәү уҡытыусыларының һәм Байкал аръяғы йә бүрәт педагогтарының эш хаҡын сағыштырыу төптө дөрөҫ түгел. Элекке көләмәстәге шикелле дауаханалағы уртаса һауа температураһын асыҡларға маташыуға тиң.    Рейтингты асып ҡарайыҡ. Тәүге урындарҙа Ямал-Ненец автономиялы округы һәм Чукотка крайы. Бында ауыр хеҙмәт шарттары өсөн өҫтәмә эш хаҡы ала. Шулай уҡ рейтинг башында баш ҡалалар. Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта йәшәү күпкә ҡыйбатыраҡ. 
Башҡортостан күрһәткестәрен Волга буйы федераль округының башҡа төбәктәренеке менән сағыштырыу дөрөҫөрәк булыр. Бында яҡынса бер иш социаль-иҡтисади шарттар, халыҡтың йәшәү кимәле. Шулай итеп, Волга буйы федераль округында уҡытыусының уртаса эш хаҡы – 41 мең һум, Башҡортостан буйынса – 43 мең һум. Был кимәл республикала йылдан-йыл үҫә бара. Быйылғы йылдан йәш белгестәрҙең эш хаҡын арттырыу буйынса саралар ҡабул ителде, улар биш йыл дауамында өҫтәмә түләүҙә аласаҡ.

Виртуаль донъяла ниҙәр бар?

Башҡорт теленә тағы бер һүҙбәйләнеш индергәндәр. Ни өсөн? Был хаҡта «Ханзаман» каналында уғығыҙ: https://t.me/bashkhanzaman/9

Республика Башлығын һайлауҙарҙа «Рәхмәт» акцияһы буласаҡмы? Быға яуап «Уфимский визионер» каналында бар: https://t.me/nonhistory

СВО-ла ҡатнашыусылар ҡала һәм район депутаттары булырға мөмкин - «Башкирский гамбит». Был уларға нимә бирә?

Яңы башҡорт ютуб-каналы: “Вәлитов TV” - https://www.youtube.com/@valitovTV

Ялған хәбәрҙәр менән көрәш https://t.me/bashFCK

https://vk.com/bashfck

Виртуаль донъяла ниҙәр бар?
Виртуаль донъяла ниҙәр бар?
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас