Үткән аҙнала Өфөлә уҙған АСА халыҡ-ара ҡатнаш көрәш турнирында башҡорт егеттәре уңышлы сығыш яһаны. Улар араһында урта ауырлыҡ категорияһында Стәрлебаш егете Шамил Йәмилов Бразилиянан Андерсон Гонсалвес менән көрәште.
Судьялар бер тауыштан башҡорт егетен еңеүсе тип тапты. Шулай итеп, яҡташыбыҙ 13 еңеү менән еңелеү белмәгән көрәшсе булып ҡалды. Ихлас ҡотлайбыҙ, уңыштар теләйбеҙ!