Һалҡын һыу һипһәң, ҡорттарын, бөжәктәрен юҡ итә. Һыу ҡойғас, өҫтөнә көл һибеү һәйбәт. Ҡайһы берәүҙәр уға борос, теш порошогы, тәмәке туҙаны ҡушып та һибә. Кәбеҫтә араларына бәрхәт сәскәһе ултыртырға, базилик, кориандр сәсергә ҡушыла.
Ҡайһы берәүҙәр аҙнаһына ике тапҡыр ғына һыу һипһәң буламы, тип һорай. Улай һипһәң, кәбеҫтә һәйбәт булмай. Ул һыу ярата, шуға эҫе көндә һыуһыҙ интектермәгеҙ.
Фото: Т. АМАНОВ.