Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Июнь 2024, 07:11

ӨДНТУ ғалимдары имплозив атлас төҙөй

Өфө дәүләт нефть техник университеты ғалимдары биләмәнең имплозив атласын төҙөү өҫтөндә эшләй. 

ӨДНТУ ғалимдары имплозив атлас төҙөйӨДНТУ ғалимдары имплозив атлас төҙөй
ӨДНТУ ғалимдары имплозив атлас төҙөй

Нимә һуң ул имплозив атлас? Һанлы карталар йыйылмаһы, ул «Өҫтөнлөк – 2030» программаһының «Киләсәк кампусы» ижади проекты.

– Беҙҙең бурыс – Өфө дәүләт нефть техник университеты кампусы киңлегенең күренмәгән ҡатламы архитектураһын әҙерләү. Эйе, беҙҙең концепцияла бындай ҡатлам ысынбарлыҡта бар. Медиация ҡоралдарын эшләү ҙә имплозив атлас төҙөү процесына инә, - ти проект етәксеһе, архитектура кафедраһы профессоры Юлия Рәсүлева.

– IT-белгес булараҡ, минең проекттағы ролем – имплозив атластың һанлы форматын эшләү. Әле Өфө дәүләт нефть техник университеты кампусының эмоциональ картаһының һанлы платформаларын һынау бара. Быйыл киләсәктә платформаларҙы артабан эшләү, атап әйткәндә, ҡабул итеү конфликттарын асыҡлау өсөн аналитик инструменттар булдырыу һәм территорияның эмоциональ антидепрессанттарының виртуаль кафеһын «асыу» күҙаллана, – тип һөйләне команда ағзаһы, архитектура магистры Динислам Мукимов.

Һанлы платформаларҙың һынау варианты имплозия Схемаформа сайтына һалынған.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас