Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Июнь 2024, 02:30

Нашатырь спиртын баҡсала нисек ҡулланырға?

Уны ашлама һәм үҫентеләрҙе төрлө ҡоротҡостарҙан һаҡлау сараһы итеп ҡулланырға мөмкин.  Һуған, һарымһаҡ, кишер, ҡыяр, кәбеҫтә, еләкте нисек туҡландырырға кәрәклеген белгегеҙ килһә, сайтта тулыраҡ уҡығыҙ.

Нашатырь спиртын  баҡсала нисек ҡулланырға?Нашатырь спиртын  баҡсала нисек ҡулланырға?
Нашатырь спиртын баҡсала нисек ҡулланырға?

Нашатырь спирты (аммиак иретмәһе)  бик шәп азот ашламаһы. Уның көслө еҫе ҡоротҡостарҙы ҡурҡыта. Уны, бер яҡтан, ашлама итеп ҡулланырға  була, икенсе яҡтан, химия ҡулланмайынса ғына үҫентеләрҙе ҡоротҡостарҙан һаҡларға мөмкинлек бирә.

Һуған өсөн бик шәп туҡландырыу, ваҡ себендәрҙән һаҡларға ярҙам итә. Туҡландырыу өсөн 10 литр һыуға 2 аш ҡалағы нашатырь спирты һалып һибергә.

Һарымһаҡ өсөн дә ошондай уҡ туҡландырыу эшләргә кәңәш ителә. Йәй башында һуған менән һарымһаҡтың япраҡтары һарғая башлаһа ла ошолай туҡландырып алығыҙ.

Кишергә 10-14 көн һайын һипһәң, һәйбәт буласаҡ.   

Ә ҡыярға һипһәң, үҫенте сәләмәт була,  уңышы арта. 10 литрға 1 аш ҡалағы нашатырь спирты һалып һибергә. Ҡыярҙың япраҡтары һарғая башлаһа, ошо ашлама менән туҡландырырға  ҡушыла.

Кәбеҫтә өсөн нашатыр спирты бик яҡшы туҡландырыу, күбәләк, ҡарышлауыҡ, бөжәктәрҙән һаҡланыу сараһы ла. 10 литр һыуға 2 аш ҡалағы нашатырь спирты, хужалыҡ һабынын ҡырып һалып, һибергә кәңәш ителә.

Еләктең уңышын арттырыу һәм ҡоротҡостарҙан һаҡлау өсөн дә ошо иретмәне ҡулланығыҙ.

Үлән бете эргәһендә һәр ваҡыт ҡырмыҫҡа була. Унан ҡотолоу өсөн 10 литр һыуға 50 мл нашатырь спирты концентраты ҡушып, юлдарын тултырығыҙ.  

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас