«Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры 93-сө ижад миҙгелен минең пьеса буйынса ҡуйылған спектакль менән тамамлай. “Беҙҙең байлыҡ” тип атала ул. Режиссеры – Зиннур Сөләймәнов. Әйткәндәй, пьесаның үҙе 2020 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында тап Зиннур Фәрит улы ойошторған драматургтар семинар-лабораторияһында яҙылғайны. Хәҙер уның киң тамашасы хөкөмөнә сығыр мәле етте.
Ә ни өсөн башта сер тураһында һүҙ ҡуйырттым? Сөнки пьесала кеше күңеле сере, уның был донъяны нисек ҡабул итеүе – матди яҡтанмы, рухи яҡтанмы икәне һәм ҡайһы юл хаҡ булғаны тикшерелә. Һәр хәлдә, минеңсә. Спектаклде ҡарағас, үҙегеҙсә һығымта яһарһығыҙ. Ә уны 18 һәм 19 июнь көндө күрергә мөмкин.
Билеттар әле үк Сибай театры сайтында һатыла: https://sibaidramteatr.ru/ba/ (сайтҡа ингәс “купить билет”, ары “Наше наследие” тигәненә баҫып инергә кәрәк», - тип яҙа Айбулат.
Ихлас ҡотлайбыҙ!