Баймаҡ лицей-интернаты бинаһына комплекслы ремонт үткәрелә

Яңы уҡыу йылында был белем биреү учреждениеһы полилингваль статусын аласаҡ.

Баймаҡ лицей-интернаты бинаһына комплекслы ремонт үткәреләБаймаҡ лицей-интернаты бинаһына комплекслы ремонт үткәрелә
Баймаҡ лицей-интернаты бинаһына комплекслы ремонт үткәрелә

 

Республикабыҙҙа полилингваль белем биреү тураһында һүҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының беренсе Бөтә Рәсәй съезында ҡуҙғактылды. Нәҡ шул сарала республикала полилингваль мәктәптәр селтәрен булдырырға ҡарар ителде. Республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, илебеҙҙең байлығы - уның күп милләтлелеге, һәм күп теллелеге. “Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә 200-гә яҡын милләт йәшәй. Бындай мәҙәни төрлөлөк һәм берҙәмлек – беҙҙең ҙур өҫтөнлөгөбөҙ ул", - тине Радий Хәбиров полилингваль белем биреү буйынса халыҡ-ара форумда.

Һөҙөмтәлә 2019 йылда Өфөлә тәүге ике полилингваль гимназия барлыҡҡа килде. Һуңынан улар Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Сибайҙа, Учалыла, Хәйбулла һәм Мишкә райондарында асылды. Башҡортостан Башлығының республиканың социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһындағы Указына ярашлы, 2024 йылға полилингваль мәктәптәр селтәре 12-гә тиклем киңәйтелергә тейеш.

Быйыл шундай мәктәптәрҙең береһе беҙҙең районда – Баймаҡ лицей-интернатында асыласаҡ. Бөгөн мәктәп мәғариф системаларын яңыртыу программаһы сиктәрендә бинаға комплекслы ремонт үткәрелә. Килешеүгә ярашлы, финанслау күләме 118407482,66 һумды тәшкил итә, шул иҫәптән капиталь ремонтҡа 108288435,04 һум, йыһазландырыуға 10119047,62 һум тотонолосаҡ. Бынан тыш, республика бюджетынан уҡыу йортоноң биләмәһен төҙөкләндереүгә 8,38 миллион һум бүлеү планлаштырылған. Программа шулай уҡ уҡыу процесын тормошҡа ашырыусы уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреүҙе һәм һөнәри әҙерлеген тәьмин итеүҙе, дәреслектәрҙе һәм уҡыу әсбаптарын 100% яңыртыуҙы, хәүефһеҙлек талаптарын үтәүҙе лә ҡарай. Ошо программаны тормошҡа ашырыу буйынса эшсе төркөм булдырылды, уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы һәм ата-әсәләр берләшмәһен ремонт эштәрен үткәреүгә, дизайнер һәм башҡа ҡарарҙарҙы тикшереүгә йәлеп итеү буйынса эш ойошторолдо.

Әлеге ваҡытта объектта төҙөлөш-монтаж эштәре алып барыла. Ошо көндәрҙә һүтеп алыу эштәре тамамланды һәм бөгөн һылау-буяу эштәре башланды. Төҙөүселәр билдәләүенсә, эш ыңғай һәм әүҙем бара.

Лицей-интернаттың директор вазифаһын башҡарыусы И.Ә. Дәүләткилдин төҙөлөш эштәре менән таныштырып, тәьҫораттары менән дә уртаҡлашты: “Беҙҙең лицей-интернат тулыһынса үҙгәртелеүенә бик шатбыҙ. Полилингваль мәктәптәр заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла, улар эргәһендә күп функциялы кабинеттар асыла, уҡыусыларға ижади эшләү өсөн шарттар булдырыла. Шуға күрә беҙҙең коллектив республика Башлығы Радий Фәрит улына, Хөкүмәтебеҙгә, мәғариф министрлығына, район етәкселегенә оло рәхмәтен белдерә”, - тине Илнур Әхмәр улы.

Беҙ бында буласаҡ унынсы класс уҡыусыларының ата-әсәләрен дә осраттыҡ. “Балаларыбыҙ 5-се мәктәпте тамамланы. Ул туғыҙ йыллыҡ мәктәп. Шуға күрә лицей-интернатта асыласаҡ яңы мөмкинлектәрҙе белеп, улыбыҙ ошо уҡыу йортонда белем алыуын дауам итер, тип хәл иттек. Үҙенең дә теләге ҙур. Шуға күрә бөгөн үк унынсы класҡа ҡабул итеү ҡағиҙәләрен белешергә килдек. Уҡытыу сифаты, сит телдәрҙе төпләп өйрәнеү, өҫтәмә мөмкинлектәр йәлеп итә.  Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырырға һәм тик алға – яңы ҡаҙаныштарға”, - тип йылмайҙы Вилюр Кейеккужин.

Республика Башлығы ла үҙенең сығыштарының береһендә полилингваль мәктәптәр системаһының үҙенсәлектәре хаҡында әйтеп үткәйне: “Беҙҙең полилингваль мәктәптәр күп милләтле һыҙатты алған. Тик был уларҙа республика халыҡтарының туған телдәрен генә өйрәнәләр, тигәнде аңлатмай. Беҙ, тәү сиратта, инглиз телен һәм тағы бер сит телде өйрәнеүҙе өҫтәйбеҙ. Беҙҙең маҡсатыбыҙ – төрлө яҡлап үҫешкән шәхес тәрбиәләү. Шуға күрә Хөкүмәт вәкилдәре ошо мәктәптәргә йөрөргә һәм бөгөн беҙ төбәктә ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итеүебеҙ хаҡында һөйләргә тейеш. Бар алдынғы спорт һәм мәҙәни программаларҙы ла беҙ тәү сиратта полилингваль уҡыу йорттарына индерергә тейешбеҙ. Шул рәүешле, беҙ республикабыҙҙың киләсәген билдәләйәсәк алдынғы ҡарашлы быуынды үҫтерәсәкбеҙ”.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, республика Башлығы Радий Хәбировтың хәстәрлегендә Баймаҡ районында бер нисә белем биреү учреждениеһы яңыртылды һәм тулыһынса үҙгәрҙе: Иҫке Сибай ауылында 375 уҡыусыға иҫәпләнгән яңы мәктәп төҙөлдө, мәктәп мәғариф системаһын модернизациялау федераль программаһы сиктәрендә 3-сө, 1-се мәктәптәр, 4-се лицей, Шулай уҡ Темәс, Ниғәмәт, 1-се Төркмән ауыл мәктәптәре капиталь ремонтланды.

Район-ҡалабыҙҙа киләсәк быуынға сифатлы белем биреү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу буйынса мөһим эштәр дауам итә.

 

Баймаҡ лицей-интернаты бинаһына комплекслы ремонт үткәрелә
Баймаҡ лицей-интернаты бинаһына комплекслы ремонт үткәрелә
Баймаҡ лицей-интернаты бинаһына комплекслы ремонт үткәрелә
Баймаҡ лицей-интернаты бинаһына комплекслы ремонт үткәрелә
Баймаҡ лицей-интернаты бинаһына комплекслы ремонт үткәрелә
Баймаҡ лицей-интернаты бинаһына комплекслы ремонт үткәрелә
Автор:Гүзәл Салихова.
Читайте нас