Бөгөн Дамир Шәрәфигә 59 йәш тулған булыр ине

Башҡорт яҙыусыһы, шағир, журналист.   Дауамы сайтта. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Бөгөн  Дамир Шәрәфигә 59 йәш тулған булыр инеБөгөн  Дамир Шәрәфигә 59 йәш тулған булыр ине
Бөгөн Дамир Шәрәфигә 59 йәш тулған булыр ине

Дамир Шәрәфетдиновҡа

Ҡураныс ҡына кәүҙәңдә
Булды күпме ҡыуаныс!
Һин уҙғынсы булманың бит,
Булманың һин ҡыҙғаныс.

Бәләкәй ҙә булманың һин,
Уйың булды оһолло.
Йөрәгең аҡыллы ине,
Ҡулың ине таһыллы.

Юҡ, ҡарғаусы булманың һин,
Булдың бары ҡурғаусы.
Шиғриәттең баҡсаһында
Булманың һин бер аусы.
Булдың шиғри һүҙ ҡануны
Бураларын бураусы.

Асыҡ ине бар булмышың
Был донъяның ҡаршында.
Саф гәлсәрҙәй һүҙең илдә
Балҡый йөҙөк ҡашындай.

Тамара Искәндәриә.

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас