Документҡа «УК НОЦ РБ» ойошмаһы директоры Наталия Латипова, «Лексема» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Виктор Тимошин, «Крезол инновациялар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Айрат Байметов ҡул ҡуйҙы. Яңы проектты тормошҡа ашырыуҙы Евразия ғилми-белем биреү үҙәге университеттары – Өфө нефть техник университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты хупланы. Хеҙмәттәшлек шулай уҡ фәнни-технологик бурыстарҙы хәл итеү өсөн кадрҙар әҙерләүгә йүнәлтеләсәк.
– Вуз-ара студенттар кампусы юғары уҡыу йорттары араһында үҙ-ара эшмәкәрлекте тәьмин итеү һәм индустрия ихтыяждары буйынса мәсьәләләрҙе үтәү өсөн ойошторолған. Яһалма интеллект үҙәге беҙ ынтылған бурысты үтәйәсәк, – Башҡортостан Республикаһы Фәнни-белем биреү үҙәгенең идара итеү компанияһы директоры Наталия Латипова.
Үҙәк Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең ике университеты – Өфө фән һәм технологиялар, Өфө дәүләт нефть техник университеттары ҡеүәтен файҙаланып, Рәсәйҙең һанлы технологиялар өлкәһендәге ҙур компанияһы булышлығында ойошторола. Әлеге ваҡытта ғалимдар «Крезол Инновациялар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һорауы буйынса эшләйәсәк.
Фото: Т. АМАНОВ.