Фән йүнәлештәре буйынса Өфө фән һәм технологиялар университеты лидерҙар рәтендә. Ул 11 өлкә буйынса алдынғылыҡты биләй.
Өфө дәүләт нефть техник университеты 7 йүнәлеш буйынса топ-20-гә ингән.
Башҡорт дәүләт медицина университеты «Медицина», «Фармация» йүнәлештәре буйынса иң яҡшыһы булған.
Башҡорт дәүләт аграр университеты «Ауыл хужалығы», «Аҙыҡ-түлек технологиялары», «Ветеринария һәм зоотехния» әҙерлек йүнәлештәре буйынса көслө.
Быйыл уҡыу йорттары 36 йүнәлеш буйынса баһаланған. Исемлеккә 43 төбәктең 170 юғары уҡыу йорто ингән.
Фото: Т. АМАНОВ.