Батырҙарҙың исеме онотолмай!

Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында Советтар Союзы Геройы Георгий Ветошников иҫтәлегенә арнап «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандың хәрби батырлығы» тигән II асыҡ ғилми-ғәмәли конференция үтте.

Батырҙарҙың исеме онотолмай!Батырҙарҙың исеме онотолмай!
Батырҙарҙың исеме онотолмай!

– Колледж ойошторған ғилми-ғәмәли конференция тарих даръяһына сумырға һәм Ватанды һаҡлаусы булырға ҡурҡмағандарҙың батырлығын хөрмәтләп иҫкә алырға мөмкинлек бирә. Ҡатнашыусылар тәҡдим иткән тикшеренеү эштәре геройҙарҙың ҡаһарманлығын мәңгеләштереүгә булышлыҡ итәсәк һәм артабанғы ғилми тикшеренеүҙәргә илһам бирәсәк, - тип билдәләне республиканың архив эштәре буйынса идаралығы етәксеһе Илһам Фәтҡуллин.

Конференция эшендә 120-нән ашыу кеше, шул иҫәптән дәүләт һәм муниципаль власть органдары, мәҙәниәт учреждениелары, юғары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары вәкилдәре ҡатнашты. «Беҙҙең проектҡа Башҡортостан Фәндәр Академияһы, БР архив эштәре буйынса идаралығы, Республика Хәрби Дан музейы, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте, БР мәғариф ветерандары советы, БР Милли музейы, БР хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы, БР мәғарифты үҫтереү институты, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы, Өфө технология һәм дизайн, Сибай күп профилле, Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри, Өфө фән һәм технологиялар колледждары ҡушылыуына бик шатбыҙ», – ти ойоштороусылар.

Конференцияның пленар өлөшөндә сығыш яһаған БР архив эштәре буйынса идаралығы вәкиле Миләүшә Аҙнағолова, Өфө ҡалаһы ҡала округы советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Александр Мельников, БР мәғариф ветерандары советы рәйесе Фәниә Әсәҙуллина, Республика Хәрби Дан музейы директоры Илшат Үтәев, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте рәйесе Рәмил Рәхимов конференция темаһының һәм уға ярашлы ҡаралған мәсьәләләрҙең көнүҙәклеген билдәләне.

Секция өлөшөндә сығыш яһаусылар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан халҡы, был йылдарҙа тыуған һуғыш балалары,  уларҙың хеҙмәт батырлығы, һуғыш йылдарында һөнәри  белем биреү учреждениеларының эше тураһында ентекле һөйләне. Конференцияла ҡатнашыусы уҡытыусылар балаларҙы һәм йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү буйынса заманса тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Башҡортостандың Милли архивы бүлеге етәксеһе, билдәле тарихсы Азат Ярмуллиндың «Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары» халыҡ проекты ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы студенттары һәм уҡытыусылары 2020 йылдың майында колледжда үткән «Георгий Ветошников – тарихтағы шәхес» асыҡ ғилми – ғәмәли конференцияһының I резолюцияһын үтәү тураһында мәғлүмәт бирҙе.

Колледж коллективы Башҡортостаy, Өфө архивтарында, музейҙарҙа тикшеренеү эше үткәрҙе, һөҙөмтәлә һирәк осраған архив документтары табылды һәм тергеҙелде. Шулай уҡ киң мәғлүмәт саралары аша Советтар Союзы Геройы Георгий Ветошниковтың Өфө, Омск ҡалаларында йәшәгән туғандары табылып, бәйләнеш булдырылды.

2021 йылда колледждың Советтар Союзы Геройы Георгий Ветошниковтың биографияһын һәм батырлығын өйрәнеү буйынса проекты туризм буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булды.

Колледж Георгий Ветошниковтың ҡәберлеген урынлаштырыу мәсьәләһе буйынса Азербайжанда эш алып барҙы. 2022 йылда Рәсәйҙең Азербайжан Республикаһындағы вәкиле Руслан Мирсаяпов Бакула Советтар Союзы Геройы Георгий Ветошниковтың ҡәберен төҙөкләндереү һәм Советтар Союзы Геройының һәйкәлен ремонтлау буйынса эштәр башҡарҙы.

2023 йылда БР рәссамдар Союзы менән берлектә барельефлы 4 метрлыҡ мемориаль таҡтаташ проекты әҙерләнде. Бөгөн Өфөлә Советтар Союзы Геройы Георгий Ветошниковҡа уны  ҡуйыу мәсьәләләре тикшерелә.

– Бөгөнгө көн беҙҙең алда яңы көнүҙәк бурыстар ҡуя. Йәш быуын донъяны фашизмдан азат иткән ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын онотмаһын өсөн, яҡташтарыбыҙҙың данлы хәрби юлы тураһында хәтерҙе һаҡларға тейешбеҙ. Үткәндәрҙе иҫтә тотоп ҡына балаларыбыҙҙы ысын патриоттар һәм киләсәктә үҙ илебеҙ граждандары итеп тәрбиәләй аласаҡбыҙ, – ти Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы директоры Ришат Сабитов.

Белешмә өсөн:

Георгий Ветошников Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә үҙ теләге менән фронтҡа китә, көньяҡ-көнбайыш фронттың һуғыш яландарында батырҙарса һуғыша. Украинаның Запорожье өлкәһендә Днепрҙы аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә, яралана, әммә Тыуған илен, Европа илдәрен фашистарҙан азат итеү өсөн көрәшеүен дауам итә.

Әммә һуғышта алған яралары Ветошниковтың һаулығын ҡаҡшата. Табиптар уны Баку ҡалаһына госпиталгә ебәрә. Георгий Ветошников Өфөгә әйләнеп ҡайтмай, 1946 йылдың 9 мартында Бакула вафат була һәм Ясамаль зыяратында ерләнә. Шулай итеп, Өфөнән сыҡҡан  Георгий Ветошниковтың яҙмышы бер юлы өс ил – Рәсәй, Украина, Әзербайжан тарихы аша үтә. Хәҙер Өфөнөң үҙәк урамдарының береһе Ветошников исемен йөрөтә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.



 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас