Республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла был хәлгә үҙ фекерен еткерҙе:
– Баҫмаларҙың береһендә «журналистар» социаль селтәрҙәге диван эксперттарының фекеренә таянып, имеш ул сығарылыш класс уҡыусыһы түгел тип, «Һуңғы ҡыңғырау»ҙа Республика Башлығы Радий Хәбировты бейеүгә саҡырған ҡыҙыҡайҙы тикшерә. Шул уҡ ваҡытта колледждың (мәктәптең) үҙенсәлеге менән ҡыҙыҡһынып ҡарамайҙар. Яҡташыбыҙ маэстро Владимир Спиваковтың кем икәнлеген белмәйҙәр, уның фамилияһын дөрөҫ күрһәтмәйҙәр... Бындай баҫмаларға ышанып буламы?
Был көндө сығарылыш уҡыусылары хушлашыу вальсын бейегән урта махсус музыка мәктәбе (колледжы) Рәсәйҙең ошондай һигеҙ уникаль мәктәбенең береһе булып тора. Бында беренсе кластан юғары профессиональ музыканттар әҙерләнә, бөтә уҡыусылар ҙа тиерлек Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара башҡарыусылар конкурстарында еңеү яулай. Мәктәп һәр саҡ академия музыкаһының элиталы кадрҙары әҙерләүе менән дан тота.Миңә тап ошо мәктәптә уҡыу бәхете тейҙе. Һигеҙенсе класты тамамлағас, ҡаты һайлау үттек, ике параллелдең береһе генә уҡыуын дауам иттек. Ул саҡта, 80-се йылдарҙа, 11 йәштә уҡыныҡ һәм тамамлағас урта махсус белем тураһында дипломдар алдыҡ.
Хәҙер яңы белем биреү программалары буйынса 10 йылда мәктәп уҡыусылары 1 курс студенттары була, ә колледжды 2 курста тамамлайҙар, урта һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусылар кеүек үк диплом алалар.Һуңғы ҡыңғырауым 1992 йылдың май аҙағына тура килде. Ул саҡта мәктәп эргәһендә ошондай матур майҙан, матур китап йәрминкәһе булманы, мәктәп тә бер бинала урынлашҡайны, беҙгә кластар етмәй ине.
Бөгөнгө сығарылыш уҡыусылары күпкә уңды : бөгөн мәктәптең ике корпусы һәм дөйөм ятағы бар. 2021 йылда унда булғанда Радий Фәрит улы мәктәпкә яҡындағы бинаны тапшырырға ҡушҡайны, әле уны ремонтлау буйынса эш алып барыла. Уның башланғысы менән мәктәп янында ошондай күркәм майҙансыҡ барлыҡҡа килде, ҙур китап йәрминкәһе үткәрелә. Балалар һуңғы ҡыңғырау көнөндә Республика Башлығының мәктәп вальсын нисек хуплауын ғүмерлеккә хәтерендә ҡалдырасаҡ.Ә ҡыҙыҡай бик талантлы, әүҙем, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа юғары наградаларға лайыҡ, уҡыу алдынғыһы, Башҡортостан Башлығы, Владимир Спиваков фонды стипендиаты, Денис Мацуевтың оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашҡан. Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инергә йыйына. Үкенескә күрә, ата-әсәһе юҡ: ул етем һәм өләсәһе тәрбиәләгән. Һәм был хәтирәләрҙе аңлау һәләте, этикаһы, белеме булмаған профессиональ булмаған «журналистарға» урын юҡтыр, моғайын... – тине ул.