Сибайҙа махсус операциянан ялға ҡайтҡан яугир ғаилә ҡорған. Егет Һарытау милли гвардия ғәскәрҙәренең хәрби институтын тамамлаған. «Башҡорт» позывнойы аҫтында МХО биләмәһендә хеҙмәт итә. Кисә уның шулай уҡ тыуған көнө булған, ни бары 24 йәш.
Шул уҡ көндө тағы бер хәрби һөйгәне менән ғаилә ҡорған, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Йәш ғаиләләрҙе хакимиәт башлығы Азамат Юлдашбаев ҡотлаған. Яугирҙәргә хеҙмәт һәм хәрби бурысын лайыҡлы үтәгәндәре өсөн рәхмәт хаттары тапшырылған.
Имен-һау ҡайтырға яҙһын батыр егеттәргә!