"Республика Башлығы менән бейеүгә лайыҡ ҡыҙ ул", — ти директор

Хәтерегеҙҙәлер, "Һуңғы ҡыңғырау" байрамы көнө социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бер сығарылыш класс уҡыусыһы менән вальс бейегән видеояҙмаһы киң таралғайны.  Күптәр  республика етәксеһен бейеүгә саҡырған ҡыйыу ҡыҙға һоҡланып ҡараны.

"Республика Башлығы менән бейеүгә лайыҡ ҡыҙ ул", — ти директор"Республика Башлығы менән бейеүгә лайыҡ ҡыҙ ул", — ти директор
"Республика Башлығы менән бейеүгә лайыҡ ҡыҙ ул", — ти директор

– Радий Фәрит улын күргәс, бейергә саҡырырға булдым. Әлбиттә, ҡаушауымдың сиге булманы, бер нисә тапҡыр абына яҙҙым. Әммә был һис тә ҡурҡыныс түгел! Иң мөһиме – әлеге минуттарҙан  алған тәьҫораттар! Бер ҡасан да тантаналы линейка һәм «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын онотмаясаҡмын. Был көн бигерәк тә иҫтәлекле  булды, – тигәйне ҡыуанысынан бәхете ташып барған  Милана Әхмәтова.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге ваҡиғаны соҡоп, кер эҙләүселәр ҙә табылды. Мәғлүмәтте тикшермәйенсә, ҡайһы бер мәғлүмәт сараһы, имеш, Милана  сығарылыш класс уҡыусыһы түгел, колледж студенты, былар барыһы ла алдаҡ, тигән ялған хәбәр таратты. Уҡыусы ҡыҙҙың күңелен уйлау  ҡайҙа инде ул?! Кемгәлер яла яғып, республика етәксеһенең исемен бысратып, улар өсөн баҫманың рейтингын күтәреү бик тә мөһим ине. Ярай әле мәғлүмәтте уҡыусылар араһында барыһы ла яҙғанды  дәррәү хупламаны, хәлдең айышына төшөнөп аңлатырға тырышыусылар ҙа булды.   

Ысынында кем һуң ул Милана Әхмәтова? Cығарылыш класс уҡыусыһымы әллә студентмы? Баҡһаң, ул туғыҙынсыны кластан һуң урта махсус музыка колледжына уҡырға ингән икән.  Ике йыл уҡығандан һуң  ҡыҙ мәктәп программаһы буйынса XI класты тамамлай. Уларҙың колледжында ла  ғәҙәттәге сығарылыш кисәһе үтәсәк.  Ҡыҙҙың  әйтеүенсә, вальсты март айынан  алып өйрәнгәндәр, Берҙәм дәүләт имтихандары ла тапшырасаҡ.

Колледж тигәнде ишеткәс, ҡайһы берәүҙәрҙең ҡолағы ҡарп итеп ҡалып, үҙҙәренсә һығымта яһап та ҡуйған. Башҡа  махсус урта белем биреү уҡыу йорттарынан айырмалы рәүештә, был уҡыу йортонда «Һуңғы ҡыңғырау» байрамы үтә,  уҡыусылар БДИ тапшыра,  сығарылыш кисәһе ойошторола.

Урта махсус музыка колледжы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, сәнғәт ғилеме кандидаты Ришат Сәғитов  был хәлгә аңлатма биреп:

— Беҙҙең колледж — Башҡортостанда уникаль уҡыу йорттарының береһе. Рәсәйҙә бындай һигеҙ колледж бар. Бында республикабыҙҙан һәм Рәсәйҙең яҡын-тирәләге төбәктәренән һәләтле балалар уҡый. Колледжда улар башланғыс, дөйөм урта һәм махсус белем ала. Тәүҙә дүрт йыл уҡыйҙар, һуңынан бишенсе кластан икенсе курсҡа тиклем уҡып, XI класты тамамлайҙар. V кластан - беҙ колледж. Беҙҙә федераль дәүләт белем биреү проекты буйынса махсус программа бар. Дипломды беҙ башҡа колледждарҙағы кеүек алабыҙ 24 майҙа бөтә мәктәптәрҙәге кеүек, беҙҙә лә һуңғы ҡыңғырау шылтыраны. Ни өсөн тап мәктәптәрҙәге кеүек һуң? Сөнки алда беҙҙең сығарылыш класс уҡыусыларын дәүләт имтихандары һәм юғары уҡыу йорттарына инеү көтә. Беҙҙә, башҡа колледждарға ҡарағанда, имтихандар күберәк. Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ тап ошо ваҡытта тамамлап, юғары уҡыу йортона инергә әҙерләнә. Нишләп һуң әле беҙгә лә күп кешеләргә күренмәҫкә? Беҙҙә лә сығарылыш кисәһе булыуын күрһәтмәҫкә? Совет майҙанына — кеше араһына сығып күренеү минең идеям булды. Бер ҙә алдан уйлап сығарылманы.

Милана - бик һөйкөмлө ҡыҙ. Ул — Рәсәй, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Мацуев етәкселегендәге «Яңы исемдәр» фонды һәм Спивак фонды еңеүсеһе һәм призеры, Башҡортостан Башлығы стипендиаты. Етмәһә, үҙе етем дә. Шуға ул Республика Башлығы менән бейеүгә бик лайыҡ, – тине.

Был хәл буйынса политолог Тимур Вәлитов та үҙ фекерен еткерҙе.

— Мыҫҡыллауға етем ҡыҙ дусар булған. Бик һәләтле уҡыусы. Ул да башҡалар кеүек үк, был көндө көтөп алып, әҙерләнгән. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был көндө уның кәйефен боҙоп, ғәфү үтенмәгәндәр ҙә. Сенсация артынан ҡыуып, әлеге баҫма бер ниндәй ҙә әхлаҡ ҡағиҙәләрен  һанға һуҡмай. Етмәһә, Башҡортостан Республикаһы Башлығын да насарлап күрһәтә.  

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас