Бөгөн Китап байрамы сиктәрендә Башҡортостандың Яҙыусылар союзының 90 йыллыҡ юбилейы уңайынан тантаналы ултырыш үтте. Унда Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостан премьер-министры урынбаҫары Урал Килсенбаев, Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнашты.
Тантаналы ултырышта Яҙыусылар союзына яңы ағзалар ҡабул ителде. Башҡортостан әҙәбиәте тағы ла 11 авторға артты. Улар араһында хеҙмәттәшебеҙ, мәҙәниәт бүлеге журналисы Гөлнур Ҡыуатованың исеме лә бар. Афарин!