Бөгөн Өфөлә «Китап байрамы» тамамлана

Һуңғы шәп айырыуса ҡыҙыҡлы күргәҙмәләр һәм спектаклдәр ойоштороласаҡ.

Бөгөн Өфөлә «Китап байрамы» тамамланаБөгөн Өфөлә «Китап байрамы» тамамлана
Бөгөн Өфөлә «Китап байрамы» тамамлана

Иртәнге сәғәт 10-дан киске сәғәт унға тиклем Өфөнөң 450 йыллығына арналған «Өфө ваҡыт көҙгөһөндә» китап һәм сувенир күргәҙмәһе эшләйәсәк.

Шулай уҡ көн дауамында теләгән һәр кем өҫтәл уйындары уйнарға, викторинала ҡатнашырға, пазлдар төҙөргә мөмкин. 

Ундан алып сәғәт бергә тиклем «Өфө — Евразия йөрәге» интерактив сәйәхәт үткәреләсәк. Ошо уҡ ваҡытта каллиграфия буйынса «Мөғжизәле ҡәләм» оҫталыҡ дәресендә ҡатнашырға мөмкин.

Көндөҙгө дүрттән алып киске сәғәт алыға тиклем «Өфө палитраһы» (асылмаларҙы буяу) оҫталыҡ дәресе ойоштороласаҡ.

17:00 сәғәттә киске уҡыуҙар башлана. Шулай уҡ Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығының колонна залында БР Яҙыусылар союзының 90 йыллығына арналған тантаналы сара үтәсәк. 

«Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһен ябыу тантанаһы, «Урал ерендә йыл китабы» нәшриәттәр араһындағы конкурс финалы 18:00 сәғәттә төп сәхнәлә уҙасаҡ.

Тантананан һуң 18.40 сәғәттә театр һәм кино актёры Александр Олешко «Весточка» программаһы менән сығыш яһаясаҡ.

19.30 сәғәттә тамашасыларға Олег Ройҙың «Барып етмәгән хаттар» романы буйынса спектакль тәҡдим ителәсәк, ролдәрҙе Мәскәү театры актерҙары башҡара.

21.00 сәғәттән төп сәхнәлә фильмдар күрһәтеләсәк. Бөгөн «Битва за Севастополь» кинокартинаһын ҡарарға мөмкин.

Тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас