Һыбайлылар.
Беҙҙең яҡтың малайҙары,
Әйтеү түгел маҡтанып.
Тәпәй йөрөй башлау менән
Саба атҡа атланып.
Аттарҙа саба малайҙар,
Аттары ла, аттары, һай.
Малайҙарҙың әле шулай,
Саба торған саҡтары.
2.Атлана ла саба улар,
Эйәрһеҙ ҙә, йүгәнһеҙ.
Был инде, беҙҙең малайҙар,
Һыбалылар, -тигән һүҙ.
Аттарҙа саба малайҙар,
Аттары ла, аттары, һай.
Малайҙарҙың әле шулай,
Саба торған саҡтары.
3.Кәрәк саҡта осор улар,
Йондоҙҙарға, айҙарға.
Кемдер аттарға һоҡлана,
Ә кемдер - малайҙарға.
Аттарҙа саба малайҙар,
Аттары ла, аттары, һай.
Малайҙарҙың әле шулай,
Саба торған саҡтары.
Юлай Кәримов фотоһы.