Бөтә яңылыҡтар

Шағир-яҙыусыларҙың автографлы китаптары менән танышҡығыҙ килһә...

Улар менән «Китап байрамы»нда танышырға мөмкин. Автографлы китаптар Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана ҡуйған күргәҙмәлә урынлашҡан.

Шағир-яҙыусыларҙың автографлы китаптары менән танышҡығыҙ килһә...
Шағир-яҙыусыларҙың автографлы китаптары менән танышҡығыҙ килһә...

– Беҙҙең китапхана «Өфө быуаттар аша» күргәҙмәһен тәҡдим итә.Унда элекке һәм хәҙерге осорҙағы баҫмалар урын алған. Улар араһында бик әһәмиәтлеләре лә бар. Ғалимдар өсөн ҡыҙыҡлы китаптарҙы ла ҡуйҙыҡ. Улар – XIX быуат аҙағы, XX быуат башында сыҡҡан китаптар.

Шулай Өфө ҡалаһының 450 йыллығына арналған китаптар ҙа уҡыусыларҙы үҙенә йәлеп итә. Күргәҙмәлә Мостай Кәримдең 20 телдә сыҡҡан  китаптары ла ҡуйылды. Яҙыусы-шағирҙарҙың автографлы китаптары ла күптәрҙе ҡыҙыҡтырыр, тип ышанабыҙ, – ти филология фәндәре кандидаты, китапхананың ҡулъяҙма яҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге мөдире Флүр Шәрифулла улы Сибәғәтов.

 

 

АВТОР фотолары.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: