– Был күргәҙмәгә килгән Рәсәй нәшриәтселәре исеменән барыһын да сәләмләйем. Был 233 ойошма, Рәсәйҙең 18 төбәге, күпселеге милли нәшриәттәр, яҡын сит илдәр. Мин Рәсәй Федерацияһында үткән бөтә күргәҙмәләрҙә лә ҡатнашам. Икенсе тапҡыр ғына үткәрелһә лә, һеҙҙең күргәҙмә – иң яҡшыһы! «Китап байрамы» халыҡ өсөн эшләнгән, – тине ул.
Константин Чеченев Рәсәй китап союзының президенты Сергей Степашиндың сәләмләүен дә уҡып ишеттерҙе. Унда: «Башҡортостан Республикаһы – Рәсәйҙең иң ҙур мәҙәни үҙәктәренең береһе. «Китап байрамы» китапҡа һөйөү уятыуға, Ватаныбыҙ авторҙарының әҙәби мираҫын һаҡлауға, йәштәрҙе китап уҡыуға йәлеп итеүгә, Рәсәй төбәктәре һәм илдәр араһында мәҙәни бәйләнеште яйға һалыуға йүнәлтелгән», – тип белдерелә.
Фото: Т. АМАНОВ.