Халыҡ-ара китап йәрминкәһенең башҡа саралары менән kitap-bayram.ru рәсми сайтында танышырға мөмкин.
«Килде хөрмәт китапҡа ла, Ана, гөрләй йәрминкә!» (ye102.ru)
Бөгөн «Башинформ» агентлығында 24-26 майҙа Өфөлә үтәсәк «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһенә бағышланған матбуғат конференцияһы уҙғарылды. Түңәрәк өҫтәлдә БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, БР Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһы директоры, педагогия фәндәре кандидаты Айгөл Әминева журналистарҙың һорауҙарына яуап ҡайтарҙы.
Уҙған йылдағы кеүек «Китап байрамы» Өфөнөң Совет майҙанында үтәсәк. Унда билдәле яҙыусыларҙың, рәссамдарҙың, Рәсәйҙән һәм күрше илдәрҙән йыйылған нәшриәт йорттарының ҡатнашыуы көтөлә.
Быйыл сараға билдәле яҙыусы Дарья Донцова, яҙыусы, продюсер Олег Рой, актер Александр Олешко һәм алып барыусы Оксана Федорова киләсәк. Өс көн дауамында ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары яңы китаптарҙы һатып алырға, Тәмле урамында милли аш-һыу тәмләргә, тематик кисәләрҙә, интерактивтарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә, автограф-сессияларында ҡатнашырға һәм кино ҡарап кинәнергә мөмкин. Шулай уҡ сарала Александр Пушкин һәм Аксаковтар, башҡорт әҙиптәре Мостай Кәрим, Мәжит Ғафури, Рауил Бикбаев һәм Рәшит Шәкүр ижадына арналған күргәҙмәләр эшләйәсәк. Рәсәй әҙәбиәте өсөн мөһим сараларҙың береһе - яҙыусы Андрей Дементьевтың хәтер кисәһе уҙасаҡ. Ә фестиваль ябылған көндә Моссовет исемендәге театр артистары Ольга Кабо, Дмитрий Щербина, Екатерина Девкина һәм Владимир Андриянов «Неотправленные письма» спектакле менән сығыш яһаясаҡ.
Халыҡ-ара китап йәрминкәһенең башҡа саралары менән kitap-bayram.ru рәсми сайтында танышырға мөмкин.
«Килде хөрмәт китапҡа ла, Ана, гөрләй йәрминкә!» (ye102.ru)