Бының өсөн япраҡтарҙы тоҙло һыуҙа 5 минут ҡайнатырға, ҡыҙҙырылған һуған, бешкән рис һәм ваҡ ҡына итеп туралған йомортҡа менән ҡушып бутарға, тәменә ҡарап тоҙ, борос, иретелгән май өҫтәргә. 500 г балтырған япрағына 250 г йәшел һуған, 100 г рис, 2 йомортҡа, 30 г май кәрәк буласаҡ. Әҙер эслекте ҡамырға төрөп, ҡыҙҙырылған мейескә ҡуйырға ғына ҡала.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.