Баҡса ҡоротҡостары менән көрәш

Һеҙгә химияһыҙ биш рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Баҡса ҡоротҡостары менән көрәшБаҡса ҡоротҡостары менән көрәш
Баҡса ҡоротҡостары менән көрәш

1. 1 литр ҡайнар һыуға 2.5 стакан сөйәл үләне һалып, 5 минут ҡайнатабыҙ ҙа, 1 сәғәткә ултыртып торабыҙ. Унан һөҙөп алып, һибеп сығырға.

2. 2 стакан бәпембә япрағын ваҡлап, 10 литр ҡайнар һыу һалырға һәм 2 сәғәт төнәтергә. Әҙер булғас, һибеп сығырға.

3. 10 литр һыуға 2 стакан ағас көлө, 5 аш ҡалағы һабын онтағы ҡушырға. Килеп сыҡҡан ҡатнашма менән беттәр менән зарарланған йәшелсә-сәскәләрҙе эшкәртергә.

4. 1 баш һуғанды ҡырғыста ҡырып, килеп сыҡҡан бутҡа хәлендәге массаны 1 литр һыуға һалып, 5 сәғәт ҡапҡас менән ябып тоторға. Унан инде һибеп сығырға ла була.

5.  Бер биҙрә ҡайнар һыуға әрем һабаҡтарын ваҡлап һалып, һыуынғансы төнәтеп торабыҙ. Унан үҫемлектәргә бөркөп сығабыҙ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас