Йәшелсә, сәскәләрҙе сирҙәрҙән һаҡлар өсөн

Һарымһаҡтан эшләнгән туҡландырыу рецебын бик маҡтайҙар. Был төнәтмә макро, микроэлементтарға бик бай, тамырҙарын үҫтерә, сирҙәрҙән дә һаҡлай, йәшелсә, сәскәләрҙе нығыта. Һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ әле, дуҫтар. Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ.  

Йәшелсә, сәскәләрҙе сирҙәрҙән һаҡлар өсөнЙәшелсә, сәскәләрҙе сирҙәрҙән һаҡлар өсөн
Йәшелсә, сәскәләрҙе сирҙәрҙән һаҡлар өсөн

Бер баш һарымһаҡты иҙеп йәки ваҡлап турап, уның өҫтөнә 50-60 градус ҡайнарлыҡта 1 литр һыу ҡойоп, ярты тәүлеккә төнәтергә ултыртырға. Унан бер литр һыуға 1 аш ҡалағы төнәтмә һалып болғатырға ла, йәшелсә, сәскәләргә һибеп сығырға. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас