«Бөгөндән тормошомдо һинһеҙ дауам итәм»

Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, гәзитебеҙ дуҫы Данир Ғәйнуллиндың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

«Бөгөндән тормошомдо һинһеҙ дауам итәм»«Бөгөндән тормошомдо һинһеҙ дауам итәм»
«Бөгөндән тормошомдо һинһеҙ дауам итәм»

Гәзитебеҙ дуҫы Данир Ғәйнуллиндың һөйөклө әсәһе Нурия Исламғол ҡыҙы мәрхүмә булыу сәбәпле, Данир Әхмәҙи улының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

«Һөйөклө әсәйем Нурия Исламғол ҡыҙы яҡты донъяларҙы ҡалдырып китте. Йылы һүҙе, ихлас теләктәре, беҙгә булған ышанысы менән ҡанат ҡуя, ҡатмарлы эштәргә лә илһамландыра ине.  Әсәйемдең доғалары ғүмер буйы оҙата килде. Шуның менән көслө инем һымаҡ.

Бөгөн ҡәҙерлем баҡыйлыҡҡа күсте. Ипле, тыныс, эшһөйәр – әсәйемдең ошо сифаттары һәр саҡ күҙ алдымда. Бала саҡтан колхозда тир түкте. Ҡара таңдан фермаға һыйыр һауырға йүгерер, эш араһында ҡайтып, беҙҙе, өс балаһын, ҡарар, өй эшен бөтөрөр ине. Балаларҙы яңғыҙ үҫтерәм, ауыр, тимәне, мал-тыуар ҙа аҫраны, күпләп ҡош-ҡорт тотто. Ауыр эш быуындарын бөтөрҙө.

Һуңғы йылдарҙа ул беҙҙең менән Өфөлә йәшәне. Иртәнсәк эшкә киткәндә уңышлы көн, аҡ юлдар теләп, доғалар уҡып ҡала. Кис мөләйем йылмайып ҡаршы ала. Беҙҙең бөтә уңыштарыбыҙ, еңеүҙәребеҙ әсәйҙәребеҙ доғалары, теләктәре тормошҡа ашыуҙандыр, тигән ышаныс бар ине күңелдә. Бөгөндән тормошомдо әсәйһеҙ дауам итәм. Әммә уның доғалары, теләктәре һәр ваҡыт минең менән булыр һымаҡ. Йәнең йәннәттә булһын, әсәй! Һиңә булған рәхмәтем сикһеҙ...» - тип яҙған Данир Әхмәҙи улы социаль селтәрҙә.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас