Суверенитет яулаған ваҡыттан бер күренеш

Дауамы сайтта #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Суверенитет яулаған ваҡыттан бер күренешСуверенитет яулаған ваҡыттан бер күренеш
Суверенитет яулаған ваҡыттан бер күренеш

Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация (Башҡорт ССР-ының дәүләт суверенитеты тураһында декларация) — Башҡортостан Республикаһының ижтимағи-сәйәси һәм дәүләт ҡоролошоноң төп принциптарын иғлан иткән документ.  Декларация 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ы Юғары Советының III сессияһында ҡабул ителә. 

Республика Юғары Советы, Башҡортостандың ғәмәлдә булған сиктәре эсендәге бөтә территорияһында дәүләт суверенитеты иғлан итеп,  Башҡортостан Автономиялы Совет Социалистик Республикаһын Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы (Башҡорт ССР-ы) — Башҡортостан тип үҙгәртә.

Ошо Декларация ерҙе, ер аҫтын, тәбиғәт байлыҡтарын һәм ресурстарын, иҡтисади һәм фәнни-техник потенциалды Башҡортостандың күп милләтле халҡының милке тип иғлан итә; республиканың Рәсәй Федерацияһы менән мөнәсәбәттәре договор нигеҙендә ҡорола тип билдәләй; бөтә территорияла республикаға тулы дәүләт власы (федераль үҙәккә ирекле тапшырыла торған хоҡуҡи көйләү даирәләренән башҡа) бирелеүен нығыта, республиканың ҡануниәт системаһы үҫеше  һәм хоҡуҡи дәүләт төҙөү принциптарын билдәләй;   Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәгән башҡорт милләтле кешеләрҙең милли-мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә булышлыҡ итеүҙе күҙҙә тота.

 

 

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас