Бөтә яңылыҡтар

Таҡмаҡ-батлда «Һүрәм» халыҡ фольклор ансамбле еңеү яуланы!

Ейәнсура районының Муйнаҡ ауылы  биләмәһе  «Таҡмаҡ батл» бәйгеһен  ойошторҙо. Унда ошо район ауылдарынан ғына түгел, күрше райондарҙан, хатта Ырымбур өлкәһенән дә бәйгеселәр ҡатнашты.

Таҡмаҡ-батлда  «Һүрәм» халыҡ фольклор ансамбле еңеү  яуланы!
Таҡмаҡ-батлда «Һүрәм» халыҡ фольклор ансамбле еңеү яуланы!

–  Был бәйгелә  Ибрай ауылының "Һүрәм" халыҡ фольклор ансамбле лә ҡатнашып, 1 урын яуланы. Ошо бәйгелә ҡатнашҡан инәйҙәргә, апайҙарға ҙур рәхмәт! Уларға һаулыҡ, оҙон ғүмер,  уңыштар, ижади үрҙәр теләйем. Ижад шишмәгеҙ һүнмәһен, һүрелмәһен. Һаман да сәхнәләрҙе дер һелкетеп, йырлап-бейеп, күңел асып, халыҡты ҡыуандырып йөрөргә яҙһын!  Һеҙ – беҙҙең йөҙөк ҡашыбыҙ! – тип хәбәр итә Ибрай ауылы китапханасыһы Сәүиә Ҡолмөхәмәтова.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: