Хоҙай тип әйтергә яраймы?

«Беҙгә Хоҙай тип әйтмәҫкә ҡушалар. Хоҙай урынына Аллаһ тип әйтергә кәрәк, тиҙәр. Аллаһтың Хоҙай тигән исеме юҡ, тиҙәр», – тип бер гәзит уҡыусыбыҙ һорап яҙа. Был һорауға Хаммад хәҙрәттән яуап алдыҡ. Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ.  Әйткәндәй, тағын ниндәй һорауҙарығыҙ бар, беҙгә яҙып ебәрегеҙ, хәҙрәт яуап бирер. 

Хоҙай тип әйтергә яраймы?Хоҙай тип әйтергә яраймы?
Хоҙай тип әйтергә яраймы?

– Әғүҙү билләһи минәш-шәйтаанир-рәджиим
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.

Әссәләмү галәйкүм вә рәхмәтуллаһи вә бәрәкәтүһү!

Хөрмәтле имандаштар, Хоҙай Тәғәлә тип әйтергә ярай. Уның турала әллә күпме аңлатҡаным булды. Ғәрәпсәнән тәржемә иткәндә, мәғәнәһе «иллаһ» тигәнде аңлата. Хоҙай тип әйтергә ярамаһа, раббым тип әйтергә ярамаҫ ине. Ул беҙгә фарсы теленән ингән. Хоҙай һүҙе элекке, боронғо төрки телендә яҙылған дини  китаптарҙа, тәфсирҙәрҙә лә бар.

Кемдер әйтмәй икән, үҙе белә. Әйтмәһә, уның эше. Беҙҙең  күңел нисек теләй, Тәңрем, Раббым, Аллаһым тип,  шулай  әйтәбеҙ.

Аллаһы Тәғәләнең 99 исеме бар. Шул исемдәр аша беҙ уға доға ҡылабыҙ. Шуға күрә барыһы ла дөрөҫ быларҙың, – ти Хаммад хәҙрәт.

 

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас