Бөтә яңылыҡтар

Бер үҙе дошмандарҙың һөжүмен кире ҡаҡҡан

Әлшәй районының Ташлы ауылынан «Бәшмәк» ҡушаматлы яугир – Ватаныбыҙҙың лайыҡлы улы.  

Бер үҙе дошмандарҙың һөжүмен кире ҡаҡҡан
Бер үҙе дошмандарҙың һөжүмен кире ҡаҡҡан

Ул МХО-ла күрһәткән ҡыйыулығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Яугир дежур иткән ваҡытта бер үҙе украин диверсанттарының һөжүмен кире ҡаға алған. «Бәшмәк» ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында Әлшәй районының хакимиәте башлығы Дамир Мостафин менән осрашҡан.

– Мобилизацияланған яугирҙар менән осрашыу минең өсөн бик мөһим. Йәнле аралашыу ваҡытында ундағы хәл менән танышаһың, яугирҙарҙың кәйефен беләһең. Яугирға иҫән-һау, еңеү менән  әйләнеп ҡайтыуын теләйек, – тип яҙа хакимиәт башлығы.  

– Мин үҙ еремде һаҡларға тейешмен. Олатайым да һуғышҡан. Мин дә уның эҙенән барам. Беҙ һынатмаясаҡбыҙ, нацистарҙы юҡ итәсәкбеҙ, - ти яугир.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: