Бөтә яңылыҡтар

Бөрйән балыҡсыһы үҙенең табышы менән барыһын да шаҡ ҡатырҙы 

Был етеҙлекте талап итә шул. 

Бөрйән балыҡсыһы үҙенең табышы менән барыһын да шаҡ ҡатырҙы
Бөрйән балыҡсыһы үҙенең табышы менән барыһын да шаҡ ҡатырҙы 

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан Илдар Билалов ябай ҡармаҡ менән бер метрлыҡ йәйенде һөйрәп сығарған! Балыҡтың яҡынса ауырлығы - 4,5 килограм. 

Әйткәндәй, әлеге осорҙа рөхсәтһеҙ балыҡ тотоуға контроль көсәйтелә. 25 апрелдән «Башҡортостан» милли паркының йылға-күлдәрендә балыҡ тотоу тыйылды. Шулай ҙа балыҡ ҡармаҡларға мөмкин, ярҙан тороп бер ҡалҡыуыслы йәки батырғыслы ҡармаҡ һалырға ғына рөхсәт ителә, тип асыҡлыҡ индерҙе парк етәкселеге.

Ыуылдырыҡ сәсеү участкаларында бөтә төр балыҡ тотоу ҡәтғи тыйыла. Кәмәлә йәки катерҙа йөрөү сикләнә. Был Нөгөш һыуһаҡлағысына ла ҡағыла.

Һаҡ режимын боҙған өсөн 3-4 мең һум штраф ҡаралған.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: