Бөтә яңылыҡтар

Ауырғазыла – тарихи ваҡиға

Талбазы ауылында бөйөк яҡташ шағирыбыҙ Рәшит Назаровҡа бюст асылды.

Ауырғазыла – тарихи ваҡиға
Ауырғазыла – тарихи ваҡиға



Быйыл С.Юлаев исемендәге дәүләт, Ғ.Ибраһимов исемендәге район премиялары лауреаты, үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ шағир Рәшит Сәйетбаттал улының юбилей йылы – тыуыуына 80 йыл. Уның исемен ике йыл инде Талбазы башҡорт гимназияһы йөрөтә.

Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар, райондаштар, милләттәштәр, рухташтар йыйылды. Былтырғы уҡыу йылында гимназиябыҙ уҡытыусылары һәм өлкән класс уҡыусылары "Мәктәптәрҙе инициативалы бюджетлау" проектында ҡатнашып, "Гимназия тирә - яғын төҙөкләндереү һәм Рәшит Назаровҡа бюст асыу" темаһы менән грант отҡан. Ауырғазылар күренекле шағирҙың исемен мәңгеләштереү өҫтөндә әүҙем эш башҡара. Бөгөнгө тантана шағирыбыҙҙы хөрмәт итеү, мәңгеләштереү, ижады менән киләсәк быуынды таныштырыу йәһәтенән башҡарылған ҙур эш булып тора. Афарин!

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: