«Ул әсәһенә хушлашыу хаты ҡалдырған»

20 йәшлек Карина Кашапованы Владивостокта тапҡайнылар. Яңы мәғлүмәттәр асыҡланды: 

«Ул әсәһенә хушлашыу хаты ҡалдырған»«Ул әсәһенә хушлашыу хаты ҡалдырған»
«Ул әсәһенә хушлашыу хаты ҡалдырған»

Өфөлә 20 йәшлек студент ҡыҙ Карина Кашапованы эҙләү аяныслы тамамланды. Уны баш ҡалабыҙҙан меңәр саҡрым алыҫлыҡта – Владивостокта таптылар. Ҡыҙ әсәһенә хушлашыу хаты ҡалдырған булған. 

Карина бәләкәйҙән үтә тыныс һәм тыйнаҡ ҡыҙ булған. Тиҫтерҙәре менән дә артыҡ дуҫлашып бармаған, йыш ҡына өйҙә ҡалып сериалдар ҡараған, бисерҙан төрлө әйберҙәр эшләгән. Хатта мәктәптәге сығарылыш кисәһенә лә бармай ҡалған. Шул уҡ ваҡытта яҡшы уҡыған, телдәр менән мауыҡҡан - бер нисә телде камил белгән. Тап ошо ҡыҙыҡһыныуы уны Өфө вузына тәржемә бүлегенә килтергән. 

– Ул кистәрен бер ҡайҙа ла сығып йөрөмәне. Бик оялсан ине. Уҡыны, байрам-дискотекалар буйлап йөрөмәне, эсмәне лә, тартманы ла. Шым ғына һөйләшә ине ул, сит кешеләргә тиҙ генә ылығып китә алмай торған ине, – тип һөйләй Каринаның апаһы Алина.

22 апрелдә Карина бер кемде лә иҫкәртмәйенсә, Владивостокҡа билеттар һатып ала. 2 майҙа Карина сирләүенә һылтанып университетҡа уҡырға бармай ҡала. 5 майҙа ҡыҙ Алыҫ Көнсығышҡа юллана. Иң тәүҙә уны әсәһе эҙләй башлай. 8 майҙа Карина «Әсәкәйем, тиҙ генә яуап бирә алмағаным өсөн ғәфү ит» тигән смс-хат ҡына ебәрә. Башҡа унан бер хәбәр ҙә булмай. Әсә йөрәге ниҙер һиҙенә. Шул арала Карина социаль селтәрҙәрҙәрге бөтә сәхифәләрен юйып ташлай. 

12 май көндө Каринаның ғаиләһе «ЛизаАлерт» ирекмәндәренә һәм полицияға мөрәжәғәт итә. Хоҡуҡ һаҡсылары ҡыҙҙың Владивостокта юлланыуын асыҡлай. Яҡындары, Көньяҡ Кореяға юлға сыҡҡандыр, тип күңелен тынысландыра. Сөнки ҡыҙ быға тиклем Корея мәҙәниәте менән бик ҡыҙыҡһынған була. 

– Әсәйем уның Өфөләге фатирына юлланды. Дәфтәрҙәрен дә, әйберҙәрен дә ҡалдырмаған. Бары тик сит ил паспорты һәм студент билеты ятып ҡалған, әммә зачет книжкаһын алған ине… – тип һөйләй Алина.

Яҡындары ҡыҙҙың Кореяға юлға сыҡмауын аңлай һәм йәнә полицияға мөрәжәғәт итә. Эҙләүгә Владивосток полицияһы ҡушыла. Кисен, 14 майҙа, Каринаның апаһы Алина социаль селтәрҙә ҡайғылы хәбәр еткерә. 

– Алтыным үлгән. Бер кемде лә эҙләргә кәрәкмәй, – тип яҙа Алина. – Мин һине бик яратам, ҡояшым минең... Бик ауыр, йөрәгем... Һине ҡосаҡлағым, яратҡым килә. Нескә генә ҡыҙым минең.

Бөгөн иһә Каринаның аяныслы яҙмышына бәйле яңы мәғлүмәттәр асыҡланды. Асыҡланыуынса, уны Владивостокта ҡуртымға алған фатирында тапҡандар. Янында әсәһенә яҙған хушлашыу хаты ятҡан. Ҡыҙ үҙенең хатында әсәһенән ғәфү үтенгән, күп нәмәне әйтеп еткермәүен белдергән. Әлеге ваҡытта ғаилә Каринаны тыуған яғына алып ҡайтыу менән шөғөлләнә. Полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас