Хуш еҫле сирен майы күп ауырыуға дауа

Смрендең сәскә атҡан мәленән файҙаланып, шифалы дарыу әҙерләп ҡалығыҙ.

Хуш еҫле сирен майы күп ауырыуға дауаХуш еҫле сирен майы күп ауырыуға дауа
Хуш еҫле сирен майы күп ауырыуға дауа

 

Сирень сәскәһенең шифалы үҙенсәлектәре  халыҡ медицинаһында  күптән  билдәле. Унда аскорбин ксилотаһы,  организмға ыңғай тәьҫир итеүсе эфир майҙары һәм флавоноидтар күп.  Был хуш еҫле сәскә тәндең яныуын, ауыртыуҙы һәм ялҡыныһыныуҙы баҫырға һәләтле. Унан ревматизмдан, артриттан, радикулиттан, үксә тибенгеһенән һәм подагранан  ярҙам итеүсе  сәйҙәр, төнәтмәләр, майҙар һәм  кремдар әҙерләйҙәр. Сирень майын өй шарттарында ла еңел генә әҙерләп була. Бының өсөн яңы өҙөлгән сирень сәскәһе, үҫемлек майы һәм бер литрлыҡ банка кәрәк.

 

  1. Сәскәләрҙе матур ғына итеп һабаҡтарынан айырып алып, банкаға тултырырға.
  2. Үҫемлек майын 40 градусҡа тиклем йылытырға һәм сәскәләрҙе ҡапларлыҡ итеп банкаға  ҡойорға.
  3. Ҡапҡасын ябып ике көнгә төнәтергә ҡуйырға.
  4. Марля аша майын һөҙөп алырға.
  5. Майҙы яңынан йылытырға, тағы яңы өҙөлгән сәскәләр өҫтәргә һәм шулай уҡ төнәтергә ҡуйырға.
  6. Етерлек кимәлдә хуш еҫле май алғанса тиклем шулай ҡабатларға.

Был май менән мигрень йонсотҡанда – маңлайҙы һәм сикәләрҙе, ревматизмдан һыҙлаған быуындарҙы ыуырға мөмкин. Уны кремға, лосьонға, шампунға ла өҫтәргә ярай. Халыҡ табиптары сирень майын янған, ҡырҡылған урындарҙы, эренле шештәрҙе, һытҡыларҙы, сиҡанды һәм башҡа тире ауырыуҙарын дауалағанда ҡуллана.

Был шифалы май бронхиттан, һалҡын тейеүҙән, ангинанан, киҙеүҙән дә файҙалы. Уның менән ингаляциялар эшләргә мөмкин.    Сирень сәскәһе нервыларҙы тынысландыра, стрестан һаҡлай. Ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүенән дә хәлде бер аҙ еңеллштерергә ярҙам итә. Бының өсөн төнгөлөккә кизе-мамыҡ туҡыманы майға сылатып алып, компресс эшләргә кәрәк. Өҫтөнән пленка менән уратып ҡуяһың. Ҡан тамырҙары өсөн махсус күенкмәләр ҙә эшләгәндә айырыуса һөҙөмтәле.   

Фото:Т.Аманов.    

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас