

Иң тәүҙә һәр береһенең соҡорона 0,5 стакан йылымыс һыу ҡойған, унан берәр стакан тары ярмаһы һалып сыҡҡан. Артабан борос үҫентеләрен әҙер урындарға сығарып ултыртҡан. Уңыш йыйып алғансы бер нимә менән дә туҡландырмаған, һәр ваҡыт һыу ҡойоп, төбөн йомшартып ҡына торған. Көҙөн һөҙөмтә бик һәйбәт булған. Боросто һеҙ ҙә шулай ултыртып ҡарағыҙ, дуҫтар. Быйылғы йылда был баҡсасы помидор һәм ҡыяр төптәренә тары ярмаһы һалып, үҫтереп ҡарарға теләй.