Картуф ҡабығын ташларға ашыҡмағыҙ!

Бай крахмал сығанағы ул, бик һәйбәт ашлама. Шуға белгестәр картуф ҡабығын ташламаҫҡа, йыйып барырға кәңәш итә.

Картуф ҡабығын ташларға ашыҡмағыҙ!Картуф ҡабығын ташларға ашыҡмағыҙ!
Картуф ҡабығын ташларға ашыҡмағыҙ!

Уларҙы туҡыма тоҡсайға йыйып, яҙ һәм йәйгеһен ҡыуаҡлыҡтарҙы туҡландыра алаһығыҙ. Нисекме? Картуф ҡабығын уларҙың төбөнә күмеп сығығыҙ.

Тағы ла бер ысул: картуф ҡабығын һыуға һалып ҡайнатып, һыуынғас, уның һыуын ҡыуаҡлыҡтар төбөнә ҡойоп сығырға ла була. Шулай уҡ кәбеҫтә, ҡыяр ултыртҡанда ла кәбеҫтә ҡабығын ашлама итеп ҡуллана алаһығыҙ. Бының өсөн уны ныҡ итеп ваҡлап, үҫентене ултыртыр алдынан төбөнә һалып сығырға кәрәк.

Картуф ҡабығын шулай ашлама формаһында төрлөсә ҡулланырға мөмкин. 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас