Өфөлә 20 йәшлек ҡыҙ юғалған

Карина Кашапованы бишенсе көн эҙләйҙәр.

Өфөлә 20 йәшлек ҡыҙ юғалғанӨфөлә 20 йәшлек ҡыҙ юғалған
Өфөлә 20 йәшлек ҡыҙ юғалған

Ул 8 майҙан өйөнән сығып киткән һәм кире әйләнеп ҡайтмаған. «ЛизаАлерт» ирекмәндәре һәм полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләй.

Билдәләре: буйы 160 см, ябыҡ кәүҙәле, сәстәре һарғылт-һоро, күҙҙәре һоро. Юғалған көндә Каринаның ниндәй кейем кейгәнлеге билдәһеҙ.

Ҡыҙҙы күреүселәр булһа йә ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белһәгеҙ, 8 800-700-54-52 йәки 112 телефон һандары буйынса шылтыратыуығыҙ һорала.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас