Ауыл өҫтөнә туҙан күтәреп, көтөү ҡайта

Һеҙҙә сиратлап көтәләрме көтөүҙе? Дауамы сайтта #Йәшлек #Юлай Кәримов фотоһы.

Ауыл өҫтөнә туҙан күтәреп, көтөү ҡайтаАуыл өҫтөнә туҙан күтәреп, көтөү ҡайта
Ауыл өҫтөнә туҙан күтәреп, көтөү ҡайта

Рауил БИКБАЕВ

Көтөү ҡайта.
Бер кем ҡаршы алмай.
Ҡайҙа булған бала-сағалар?
Шул тиклем дә малды
ашыҡтырып,
Көтөүселәр ҡайҙа сабалар?

Уларҙа һуң көтөү ҡайғыһымы —
Тиҙерәк сират үтһә — шул еткән!
Ерҙәр генә түгел, көтөүҙәр ҙә
Етемһерәй бөгөн нилектән?

Көн дә алмашынған көтөүсегә
Өйрәнһендәр нисек был малдар?
Көтөү ҡайта.
Бер кем ҡаршы алмай.
Балалар һуң ҡайҙа булғандар?

Өйҙәргә ҡот бирер мал ҡайта бит,
Хуш еҫле һөт ҡайта яландан.
Ауыл осона бөгөн йүгереп сығып,
Үҙем көтөү ҡаршы алғандай.

Бала сағым иҫкә төшһә,
Ҡапыл
Өркөп ҡуймаһын тип тын ҡалам.
Йәйге төндәр ишек алдыбыҙҙа
Һөтлө һыйыр булып тын ала.
Күләгәләр һоноп,
Һыуҙай тоноҡ
Ай яҡтыһы ята тупһала.

1988

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас