Өфө ҡалаһындағы балалар тимер юлы

Дауамы сайтта. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Өфө ҡалаһындағы балалар тимер юлыӨфө ҡалаһындағы балалар тимер юлы
Өфө ҡалаһындағы балалар тимер юлы

Советтар Союзы Геройы В. П. Доброрез исемендәге бәләкәй Өфө балалар тимер юлы — балалар тимер юлы, аттракцион, мәктәп йәшендәге балаларҙы уҡытыу-тәрбиә учреждениеһы. Куйбышев тимер юлының Башҡортостан төбәге структур подразделениеһына ҡарай. Өфө ҡалаһының Иван Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында урынлашҡан. 1953 йылдың 10 майында Өфө тимер юл ойошмаһы тәҡдиме менән асылған. 1997 йылда Советтар Союзы Геройы Доброрез Василий Павлович исеме бирелә.

Өфө балалар тимер юлы ике төрлө мәғәнәле тәьҫир яһай. Бер яҡтан — был иң яҡшы балалар тимер юлдарының береһе икәненә шик юҡ: бында ҙур, капиталь вокзал, юлдар һәм ҡоролмалар ремонтланған һәм тәрбиәләнгән.

Шул уҡ ваҡытта, юл бик ҡыҫҡа (оҙонлоғо саҡ километр ярымдан ашыу) түңәрәк һыҙыҡ формаһында, тулыһынса Яҡутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы эсендә ята. 

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас