Һуғыш башланғанда уға 13 йәш булған

Тыл ветераны Ғосман Яҡуповҡа 96 йәш. Ул Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 13 йәш кенә була. Был ауыр осорҙа ниҙәр генә күрергә тура килмәй.

Һуғыш башланғанда уға 13 йәш булғанҺуғыш башланғанда уға 13 йәш булған
Һуғыш башланғанда уға 13 йәш булған

— Һуғыш йылдарында ағас та ҡырҡтыҡ, ер ҙә һөрҙөк. Беҙ башҡармаған эш ҡалманы. Үлән ашап үҫтек. Һуғыштан һуң да еңелдән тура килмәне, барыһын да ҡабаттан тергеҙергә кәрәк ине. Армияға барып ҡайтҡас, көнө-төнө колхозда тир түктек. Бесәнен ташыныҡ. Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ элеваторына башлығын да алып барҙыҡ. Ул ваҡытта бөтә көс үгеҙгә төштө. Был осорҙо йәштәр белмәй ҙә, ышанмай ҙа бит ул, — ти ҡартатайым.

Уға иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас