«Шәл бәйләнем» — башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Башҡа йырҙар менән бер рәттән 2020 йылда «башҡорт халыҡ йыры» патентына эйә була.
«Шәл бәйләнем» йыры түңәрәккә баҫып уйын ойошторғанда киң ҡулланыла, ул таҡмаҡ жанрына ҡарай. Көйө — өс тактлы структуралы. Лады — мажор пентатоника. Ҡушымтаһы йырҙы айырыуса бейеү көйөнә тартым итә.
ШӘЛ БӘЙЛӘНЕМ
Башҡорт халыҡ йыры (вариант)
Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем,
Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем,
Шәлем түңәрәк түгел дә
Шәлем түңәрәк түгел.
Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем дә
Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем.
Осоп барып һөйләшергә,
Осоп барып һөйләшергә,
Йәнем күбәләк түгел дә,
Йәнем күбәләк түгел.
Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем дә
Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем.
Һыуҙар аға арыҡтан да,
Һыуҙар аға арыҡтан да,
Ҡыҙҙар ҡарай ярыҡтан да,
Ҡыҙҙар ҡарай ярыҡтан.
Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем дә
Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем.
Һикереп төшөп бейер инем,
Һикереп төшөп бейер инем,
Ояламын халыҡтан да,
Ояламын халыҡтан.
Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем дә
Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем.
Юлай Кәримов фотоһы.