– Бындай ярыштар ҡатнашыусыларға үҙ оҫталығын күрһәтергә, тәжрибә уртаҡлашырға, камиллашырға мөмкинлек бирә. Был конкурс, тәү сиратта, ашнаҡсы, кондитер һөнәрен популярлаштырыуға, шулай уҡ йәш кулинарҙарҙың һәләтен асыуға йүнәлтелгән, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Конкурс ике номинацияла ойошторолдо. Эштәрҙе абруйлы жюри төркөмө баһаланы.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр ошолай билдәләнде:
Гран-при – Гөлназ Исмәғилева (Өфө тармаҡ технологиялары колледжы).
I урын - Әлиә Сиражетдинова һәм Роман Лукьянов (Өфө тармаҡ технологиялары колледжы), Айгизә Дәүләтова, Алена Петрова, Влада Арефьева (Башҡорт дәүләт аграр университеты). II урын – Алина Григорьева (Өфө күп профилле һөнәри колледжы), Анна Черепанова (Өфө туҡланыу һәм сервис индустрияһы колледжы). III урын – Агата Ахкамова, (Өфө художество-сәнәғәт колледжы), Илина Минғәзова (Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы), Илина Самматова (Октябрьскийҙағы күп профилле һөнәри колледжы).
Фото: Т. АМАНОВ.