«Бәхет, изгелек, именлек теләйем»

Башҡортостан Хөкүмәте  Премьер-министры Андрей Назаров байрам менән ҡотланы.

«Бәхет, изгелек, именлек теләйем»«Бәхет, изгелек, именлек теләйем»
«Бәхет, изгелек, именлек теләйем»

– Пасха – күңелдәребеҙҙе шатлыҡ һәм мөхәббәт менән тултырған йәшәүҙе раҫлаған  байрам. Был яҡты көндәрҙә беҙ изге эштәр башҡарырға, һиҙгерлек һәм ярҙамсыллыҡ күрһәтергә тырышабыҙ. Әммә шуның менән бергә Иисус Христос беҙҙең өсөн ҡабул иткән ғазаптарҙы хәтергә төшөртә. Уның терелеүе тураһында беренсе шатлыҡлы хәбәрҙе Рим императоры Тиберийға  Мария Магдалена килтерә. Ул үҙе менән бүләк итеп тауыҡ йомортҡаһы ла алған була. Уның һүҙҙәренә шикләнә: «Аҡ  йомортҡа ҡыҙыл төҫкә инмәгән кеүек, үлеләр терелмәй», – ти. Шул мәлдә уның ҡулында йомортҡа ҡыҙыл төҫкә инә. Шул ваҡыттан алып Пасха байрамында тормоштоң үлемде еңеүе символы булараҡ йомортҡа бүләк итеү йолаһы бар. Был йола быуаттар төпкөлөнә барып тоташа, төрлө быуындарҙы һәм халыҡтарҙы берләштерә. Хәҙер был элеккесә мөһим, кешеләр байрамдың шатлығын бер-береһе менән бүлеү өсөн күберәк сәбәп булдырырға ынтыла.

 Пасха - ул яҡтылыҡ һәм йылылыҡ бөркөп торған байрам, ул беҙҙең йәндәрҙе дауалай. Һеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға яҡшы кәйеф, ныҡлы һаулыҡ һәм изгелек теләйем, – тине ул.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас