Апрель аҙағына хупланған ғаризалар буйынса 1,4 миллиард һумдан ашыу суммаға 197 кредит килешеүе төҙөлгән. IT-тармаҡҡа ярҙам, шул иҫәптән ташламалы кредиттар биреү рәүешендә лә, "РФ цифрлы иҡтисады" милли проекты ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла.
– Ташламалы IT-ипотека 2022 йылдың майында үҙ көсөнә инде һәм шунда уҡ беҙҙең төбәктә ҙур һорау менән файҙаланды. Рәсәй Хөкүмәте иғлан иткән ярҙамға уртаса ай һайын 150-200 белгес мөрәжәғәт итә. 2024 йыл башынан 197 кредит килешеүе төҙөлгән, шуларҙың 192 – һенә ипотека бирелгән дә инде, - тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Фото: Т. АМАНОВ.