Күрәҙәселектең юлдары күп, барыһы ла кешене алдап-йолдап аҡса йыйыуға ҡайтып ҡала. Ҡыйыш атып, тура тейҙергән кеүек, ҡайһы бер фараздары тура килеүе лә мөмкиндер. Хатта дөрөҫөн әйткән осраҡта ла киләсәкте нимәгә белергә һуң? Уның әйткән һүҙҙәренән кеше күп ваҡыт тыныслығын юғалта. Яҡшы хәбәр әйткән булһа ярай ҙа ул. Насарын ишетһә?
Мәҫәлән, 30 йәше етеп килгән ҡыҙ бик тә кейәүгә сығып, бала тапҡыһы килә лә ул. Аллаһы Тәғәләнән һорар урынға күрәҙәсегә юллана. «Кейәүгә сығырһың, тик рәхәтлек күрмәҫһең. Балаңды яңғыҙ үҫтерерһең», – тип, төрлө нәмә әйтеүе бар.
Шул ваҡытта халҡыбыҙҙағы «Бағыусыға барма, башыңа бәлә алма» тигән мәҡәлде иҫкә төшөрөү ҙә зыян булмаҫ. Ғәләмдәрҙе юҡтан бар иткән, барлыҡ йән эйәләрен яралтҡан һәм ризыҡландырыусы Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә беҙгә киләсәк хаҡында ла Үҙе генә белеүен, был серҙең бер кемгә лә мәғлүм булмауын хәбәр итә. Был хаҡта «Әл-Әнғәм» сүрәһенең 59-сы аятында әйтелә. Бына шунан һуң нисек күрәҙәсегә ышанырға була?
Һөйөклө бәйғәмбәребеҙ үҙенең өммәтен киҫәткән: «Кем күрәҙәсе янына барһа һәм уның һүҙҙәренә ышанһа, дөрөҫлөктә, ул кеше Ҡөрьәнгә ышанмаусы иманһыҙ була». Шулай уҡ: «Кем бағыусы янына килеп, уларҙан бер нәмә хаҡында һораһа һәм ул әйткән һүҙгә ышанһа, уның 40 көн буйына намаҙы ҡабул булмаҫ», – тиелә. Раббыбыҙ күңелебеҙгә шайтан кереүҙән, бағыусыларға ышаныуҙан һаҡлаһа ине. Һәр беребеҙгә лә ныҡлы иман, ике донъя бәхете насип итһен.
Фото: Т. АМАНОВ.