Ҡыҙ бала тыуа донъяға, һөйөү сәскәһе булып

Дауамы сайтта. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Ҡыҙ бала тыуа донъяға, һөйөү сәскәһе булыпҠыҙ бала тыуа донъяға, һөйөү сәскәһе булып
Ҡыҙ бала тыуа донъяға, һөйөү сәскәһе булып

Ҡыҙ бала. 


Ҡыҙ бала тыуа донъяға,
Һөйөү сәскәһе булып.
Күҙ ҡараһылай үҫтерә,
Атай-әсәй һоҡланып.
Ҡыҙ баланың күңелкәйе,
Нескә генә,ҡыл кеүек.
Ауыр һүҙҙәреңде әйтеп,
Рәнйетә күрмә бер үк.
Ҡыҙ балаҡай тормош йәме,
Өйҙә ул ҡунаҡ ҡына.
Ҡәҙер-хөрмәт менән йәшә,
Яныңда саҡтарында.
Атай өсөн ҡыҙ бала,
Оло бәхет,ҡыуаныс.
Мәңге бәхетле йәшә һин,
Күҙҙәрҙә осҡон булып.
Ҡыҙ баланың бәхеткәйе,
Түгелмәһен һис ҡасан.
Йөҙө ҡояштай балҡыһын
Тормош шатлыҡтарынан...

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас