Бөгөн Торатау итәгендә этнокомплекс асылды

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итә.

Бөгөн Торатау итәгендә этнокомплекс асылдыБөгөн Торатау итәгендә этнокомплекс асылды
Бөгөн Торатау итәгендә этнокомплекс асылды

– «Торатау» геопаркының туристик инфраструктураһын эҙмә-эҙлекле үҫтерәбеҙ. Бөгөн Торатау итәгендә урынлашҡан визит-үҙәк янында этнокомплекс астыҡ. Бында  алты тирмә урынлашҡан, унда туристар Башҡортостандың ғөрөф-ғәҙәте,  йолалары менән таныша, сувенирҙар һатып ала, төшкө аш ашай һәм хатта уңайлы төн үткәрә ала.

 Хәҙер геология музейының  филиалы тураһында уйлайбыҙ. Кешеләргә күрһәтә торған ҡыҙыҡлы объекттарыбыҙ күп әле.   Геопарк өсөн халыҡ- ара статус алыу өсөн ҙур эш алып барабыҙ, Торатау ҙа, Янғантау кеүек үк, ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инер, тип ышанабыҙ.  Был беҙгә тәбиғәтебеҙҙе, уникаль объекттарҙы һаҡлап ҡалырға һәм шул уҡ ваҡытта был биләмәгә  күберәк туристар йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк, – ти яҙа ул социаль селтәрҙә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас