Рәмзиә Кәримова — Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы

Владимир Путин яҡташтарыбыҙға маҡтаулы исемдәр тапшырҙы.

Рәмзиә Кәримова — Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисыРәмзиә Кәримова — Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы
Рәмзиә Кәримова — Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы

 

Рәсәй президенты Владимир Путин биш яҡташыбыҙға маҡтаулы исемдәр биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Рәсми документ хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

«Башҡортостан» телерадиокомпанияһында мәғлүмәт тапшырыуҙарының төп редакцияһының махсус хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова-Байбулатова илебеҙ журналистикаһын үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы исеменә лайыҡ булды.

«Нефтегазстрой» йәмғиәте директоры Нурихан Дилмиев һәм «Ремонт-төҙөлөш үҙәге» йәмғиәтенең техник директоры Рафаил Исмәғилев «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе» исемдәрен алды.

«БашЖилСервис» йәмғиәте директоры Илфат Ҡотлобулатов — Рәсәйҙең атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре, ә Өфөнөң 32-се спорт мәктәбе тренеры-уҡытыусыһы Олег Назаровҡа илдең атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем бирелде.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас