Иҫән ҡалғандарҙың береһе дауахананан сыҡты

19 апрель иртәһендә Өфөлә булған фажиғә күптәрҙе тетрәндерҙе. 

Иҫән ҡалғандарҙың береһе дауахананан сыҡтыИҫән ҡалғандарҙың береһе дауахананан сыҡты
Иҫән ҡалғандарҙың береһе дауахананан сыҡты

Хәбәр итеүебеҙсә, ике аҙна элек Өфөнө сығып барған урында ҡурҡыныс авария булғайны. Ете кеше тейәлгән «ВАЗ-2114» машинаһы «КаМАЗ» йөк автоһына барып бәрелде. Еңел машина водителе һәм уның пассажирҙары, 22 һәм 20 йәшлек егеттәр һәм 18 йәшлек ике ҡыҙ һәләк булған. 21 йәшлек егет менән ҡыҙ иҫән ҡалған. Уларҙың барыһы ла — Өфө районында йәшәгән, бер ҡыҙ — Өфөнән. Бөгөн егет дауахананан сыҡты. Уның һөйгән ҡыҙы әле һаман ауыр хәлдә.  

«Пациентты бөгөн сығарҙылар. Ҡыҙ ауыр хәлдә реанимацияла», — тип хәбәр итәләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Өфөлә булған ҡурҡыныс аварияла иҫән ҡалған ҡыҙ күҙҙәрен асҡан (ye102.ru)

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас