Дрон һөжүменән һуң иҫән ҡалған

Штурм отрядында хеҙмәт иткән Салауат районы егете күңелһеҙ тарихы хаҡында һөйләне.

Дрон һөжүменән һуң иҫән ҡалғанДрон һөжүменән һуң иҫән ҡалған
Дрон һөжүменән һуң иҫән ҡалған

Салауат районынан «Эргали» позывнойлы һалдат нисек итеп дрон һөжүменә эләгеүе һәм мөғжизә менән иҫән ҡалыуы хаҡында һөйләне. Яҡташыбыҙ МХО биләмәһендә ҙур батырлыҡ менән хеҙмәт итә, ул штурм отряды ағзаһы. 

Яҡташыбыҙ торған позицияға дрон ташлаған граната килеп төшә. Ул һикереп ергә ҡапланып өлгөрә, әммә бер ярсыҡ биленә килеп эләгә. Яҡташыбыҙ артабан хәрәкәт итә алмай. Тағы ла бер нисә яугир яралана. Бәхеткә күрә, барыһы ла иҫән ҡала. Беҙҙең артиллерия пилотһыҙ осҡостар ебәргән дошман позицияһын ер мменән тигеҙләй.

Яҡташыбыҙ инде һауығып килә, яңыраҡ ялға ҡайтҡан. Тиҙҙән йәнә алғы һыҙыҡҡа. Уңыштар һиңә, яугир!

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас